Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының 6-сы съезына әҙерлек дауам итә

Республикала ноябрҙә үтәсәк Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының 6-сы съезына әҙерлек дауам итә. Ҡариҙел районында ойошторолған ултырышта съезда ҡатнашыу өсөн делегаттар теркәлде, Башҡортостан башлығын һайлау кампанияһында әҙерлек һорауҙары һәм башҡа мөһим мәсьәләләр ҡаралды. Балаларҙа туған телгә һөйөү тәрбиәләү урындағы ҡоролтайҙың өҫтөнлөклө йүнәлеше булып тора. Һайлау кампанияһында әүҙем ҡатнашыу, республикала милли йолаларҙы тергеҙеү, «Айыҡ ауыл» конкурсында призлы урындар яулау кеүек һорауҙар иғтибар үҙәгендә булды.