Илона Маркова «Бостон» клубы тарафынан дөйөм 37-се һан аҫтында һайлап алынған

Илона Маркова Рәсәйҙән Төньяҡ Америка ҡатын-ҡыҙҙар милли хоккей лигаһы һайлап алған тәүге ҡатын-ҡыҙ хоккейсы. Өфөнөң «Ағиҙел» хоккей клубы һөжүмсеһе «Бостон» клубы тарафынан дөйөм 37-се һан аҫтында һайлап алынған. 2018 йылдан Илона Маркова Өфөлә уйнай. Ҡатын-ҡыҙҙар хоккей лигаһының һуңғы миҙгелендә 22 йәшлек Маркова 49 матч уҙғарған һәм 19 шайба ырғытып, 50 мәрәй йыйған. «Ағиҙел» составында Илона өс тапҡыр ҡатын-ҡыҙҙар хоккей лигаһы чемпионатында еңеп сыҡты.