Башҡортостандан мобилизация буйынса алынғандар наградаларға күрһәтелде

Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса, 90-сы гвардия танк дивизияһы яугирҙары генерал Шайморатов һәм Салауат Юлаев ордендары, рәхмәт хаттары менән бүләкләнде. Улар Авдеевканы азат итеүҙә ҡатнашҡан. Был турала Республика башлығының Росгвардия менән хеҙмәттәшлек буйынса кәңәшсеһе Артур Йомағужин белдерҙе. Оборона министрлығы менән контракт төҙөргә теләүселәр 117 берҙәм һандарына шылтыратып килешеү шарттары тураһында белешә ала.