Башҡортостан агросәнәғәтенә инвестиция 14 миллиард һумдан артҡан

Уҙған йылда 76 проект ғәмәлгә ашырылған.  Дәүләттән 7 миллиард һумлыҡ ярҙам күрһәтелгән. Вице-премьер-Ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов белдереүенсә, тармаҡта күрһәткестәр яҡшы. Уҙған йылда 3 миллион 200 мең тонна иген һәм 530 мең тонна техник культура уңышы алынған. Һөт һәм ит етештереү артҡан. Башҡортостан агросәнәғәте төп продукция менән төбәкте тәьмин итә. Республика һыйыр ите етештереү буйынса  илдә  2-се,  һөт етештереүҙә  3-сө урында.