Радий Хәбиров төбәктең социаль өлкә белгестәренә дәүләт наградалары тапшырҙы

Оло һәм һиҙгер йөрәклеләргә рәхмәт билдәһе. Һөнәри байрам уңайынан Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров төбәктең социаль өлкә белгестәренә дәүләт наградалары тапшырҙы. Шулай уҡ Колонна залында һөнәри оҫталыҡ һәм социаль ролик конкурстарында еңеүселәр тәбрикләнде. БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.

Мәрхәмәтле һөнәр эйәләре ҡотлауҙар һәм гөлләмәләр ҡабул итә. Республиканың социаль сәйәсәте өсөн яуаплы бер төркөм белгестәр дәүләт наградалары алды. Бүләкләнеүселәр араһында айырыуса социаль хеҙмәткәрҙәр күп. Мөмкинлектәре сикләнгән граждандар һәм өлкән быуын вәкилдәренә күрһәтелгән оло хәстәрлек Башҡортостан кимәлендә лайыҡлы баһаланып, маҡтаулы исем менән билдәләнде.

Дәүләт социаль заказы механизмдары апробацияһы сиктәрендә Башҡортостан сертификаттарҙы тормошҡа ашырыу буйынса алдынғы урынға сыҡты. Улар ярҙамында 35 мең кеше өй шарттарында социаль хеҙмәт алған. Былтыр сентябрҙән республика Рәсәй хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығының тағы ла бер пилот проектына инде. Социаль хеҙмәткәрҙәр һәм сиделкалар хәстәрлеге менән 800 ашыу кеше интернат учреждениеларға күсмәй, үҙ йортонда ҡалған. Бүләкләү тантанаһында төбәк башлығы Радий Хәбиров социаль өлкә белгестәрен оло һәм һиҙгер йөрәкле, һәр ваҡыт ярҙамға мохтаждарға терәк булыуҙарын билдәләп үтте.

Социаль учреждениелар төҙөлөшө лә әүҙем бара. Быйыл «Именлек» республика геронтология үҙәегенең яңы корпусын сафҡа индереү ҡаралған. Мөмкинлектәре сикләнгән балаларға реабилитация һәм мәғариф үҙәге лә асыласаҡ. Йыл аҙағына тиклем республиканың мәшғүллек хеҙмәтен дә тулыһынса яңыртыу планлаштырылған. Колонна залында Социаль хеҙмәтләндереү өлкәһендә һөнәри оҫталыҡ конкурсы еңеүселәре лә билдәләнде, ведомство наградалары тапшырылды.

Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы мәктәп уҡыусылары һәм студенттар араһында социаль ролик конкурсы ла иғлан иткәйне. Сара сиктәрендә еңеүселәр билдәләнде. Мәрхәмәтле һөнәр эйәләренә арналған иң яҡшы ижади эштәр авторҙары телевидение белгестәренән оҫталыҡ дәрестәре лә аласаҡ.

Тантанала БСТ телеканалы коллективының социаль өлкәне яҡтыртыу буйынса әүҙем эше лә юғары баһаланды. Әйткәндәй, һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр тураһында хәстәрлек йылында эфирҙа «Ябай тарихтар: йәшәргә, эшләргә, яратырға» тип исемләнгән яңы тапшырыу сыға башланы.

Гөлназ Хәйбуллина