Республика юлдарында легаль булмаған бал ҡорто пакеттарын индереүҙе асыҡлау буйынса рейд үтә

Республика юлдарында дәүләт автоинспекцияһы һәм Рәсәй ауыл хужалығын күҙәтеү хеҙмәте идаралығы менән бергә иҫкәртеү рейдтары үткәрә. Маҡсат - Башҡортостанға легаль булмаған бал ҡорто пакеттарын индереүҙе асыҡлау. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Өфө - Ырымбур трассаһында сираттағы рейд. Был юлы ул Рәсәй ауыл хужалығын күҙәтеү хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы менән берлектә үтте. Операция республика биләмәһенә сит ил бал ҡорто пакетын үткәреүселәргә йүнәлтелгән. Сөнки, ул закон менән нығытылды. Ҡануниәт йыл башында үҙ көсөнә инде. Шуға ла саралар водителдең документтарын тикшереүҙән тыш, машина кузовын ҡарауға ла ҡайтып ҡалды. Умарта күсереүселәрҙең дә рәсми ҡағыҙы булыуы шарт.

Әлеге ваҡытта республика биләмәһендә 73 махсус карантин майҙансығы барлығы билдәле. Шуларҙың береһе, Ҡырмыҫҡалы районында урынлашҡан. Бында улар урындағы ветеринарҙар күҙәтеүендә ҡала. Ҡорт күстәре аҙна-ун көн элек урынлаштырылған. Бөгөн яҡынса күҙаллауҙар ҙа бар.

Әлбиттә, был әлегә яҡынса күҙаллауҙар. Уға тиклем урындағы ветеринар станцияһы белгестәренә сыҡмай эшләргә тура килгән.

Карантиндың да үҙ талаптары бар.

Әйткәндәй, Башҡортостан Рәсәйҙә бал етештереү буйынса алдынғылыҡты биләй. Дөйөм ил күләмендә 10,5% тәшкил итә. 2030 йылға тиклем умартасылыҡты үҫтереү төбәк программаһы буйынса тауар балы күләме 10 процентҡа артҡан. Әммә, тармаҡ үҫешендә проблемалар ҙа етерлек. Тәү сиратта республика биләмәһенә индерелгән сит ил ҡорттары. Йылдар дауамында алып барылған эштең һөҙөмтәһе

Тап ҡануниәткә ярашлы, республика биләмәһендә махсус рейдтар ҙа йышаясаҡ. Бигерәк тә, йүкә, ҡара бойҙай, көнбағыш сәскә атҡан осорға тура килеүе ихтимал. Сөнки, тап ошо ваҡытта умартасыларҙың йыш биләмәне алмаштырыуҙары билдәле.

Азат Ғәлиуллин