14 июнь - Башҡортостандың матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәрҙәре көнө

Баймаҡ районының тормошон һәр яҡлап яҡтыртыу, яңылыҡтар менән таныштырған «Һаҡмар», «Баймакский вестник» гәзите хеҙмәткәрҙәре лә һөнәри байрамын билдәләй.

Интернет, яңы технологиялар үҫешкән заман булыуына ҡарамаҫтан райондың «Һаҡмар», «Баймакский вестник» гәзиттәре үҙ уҡыусыларын юғалтмай. Урындағы матбуғат хеҙмәткәрҙәре хәл-ваҡиғаларҙың уртаһында ҡайнап йәшәй. Район гәзитен уҡымлы итеү, уны йөкмәткеһен байытыуға тос өлөш индергән урындағы журналистар хеҙмәте йыл да республика кимәлендә юғары баһалана.

Редакцияға ҡулъяҙмалар, хаттар даими килә, гәзит уҡыусылар стационар телефон аша шылтыратып яңылыҡтары менән дә бүлешә, ҡотлауҙар, иғландар бүлеге әүҙем эшләй. Дәүеренә ҡарап баҫманың исеме лә алмашына, ә шулайҙа гәзит традицияларҙы лайыҡлы дауам итә, шул уҡ ваҡытта төрлө яңы проекттар өҫтөндә эшләй, акцияларҙа әүҙем ҡатнаша.

Ҡасандыр «Һаҡмар», «Баймакский вестник» баҫмаларында эшләп, бөгөн хаҡлы ялда булған ветерандары менән дә мөхәрриәт тығыҙ бәйләнештә. Матбуғат йортонда музей булдырылған. Унда бик бай, хатта тарихи мәғлүмәттәр һаҡлана.

Раушания Рәхимова