Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында билдәле педагог, режиссер Фәрдүнә Ҡасимованың 90 йәшлек юбилейына арналған ижад кисәһе уҙҙы. «Фортуна беҙҙең менән» тип исемләнгән сарала педагогтың уҡыусылары, хеҙмәттәштәре, артистар һәм тамашасылар йыйылды. Ҡунаҡтар араһында Татарстан, Коми һәм Удмурт республикаларынан талантлы актерҙар булды. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.
Фәрдүнә Ҡасимова республика ғына өсөн түгел, тотош Рәсәйҙең ғорурлығы булырҙай актерҙар һәм режиссерҙар тәрбиәләгән остаз. Башҡортостанда театр сәнғәтен үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне өсөн ул «БАССР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре» һәм «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған юғары мәктәп хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исемдәргә лайыҡ булған. Фәрдүнә Ҡасим ҡыҙының 90 йыллыҡ юбилейына бағышланған ижад кисәһендә уның рәхмәтле уҡыусылары, оҙаҡ йылдар бергә эшләгән коллегалары, тамашасылар йыйылды.
Балтас районында тыуып үҫкән Фәрдүнә Ҡасимова Өфө дәүләт сәнғәт институтыныда театр факультетын булдырыуға күп көс һалған һәм 48 йыл институтта эшләгән. Тәжрибәле педагог сәхнә тормошона 500-гә яҡын актёр һәм режиссёр әҙерләгән.
Төбәктең профессиональ һәм халыҡ театрҙарында Фәрдүнә Ҡасимова 30-ҙан ашыу спектакль ҡуйҙы. Тәнҡитселәр һәм тамашасылар уның ижади эштәрен һәр саҡ юғары баһалап, йылы ҡабул итә. Ә уның байтаҡ уҡыусылары мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендә почетлы исемдәргә эйә, араларында Рәсәйҙең юғары уҡыу йорттарында эшләүсе театр педагогтары бар.
Флорида Ким