Башҡортостанда яҙғы сәсеү эштәренә йомғаҡ яһаған һабантуйҙар дауам итә. Иглин районы үҙәгендә уҙған ауыл эшсәндәре байрамы хаҡында тулыраҡ киләһе яҙмала.
Иглин һабантуйы Иҙиәтуллин крәҫтиән-фермер хужалығы биләмәһенән район үҙәгенә күсерелеүе байрам сараларын тағы ла йәнлләндереп ебәргән. Һабантуй тантаналары Иглин ауылының үҙәк майҙанынан башланды. Район мәҙәниәт йорто алдында районда йәшәгән башҡорт, рус, татар, белорус, сыуаш һәм латыш мәҙәниәттәрен сағылдырған ихаталар ҡоролдо.
Төп саралар Елена Иглина исемендәге паркта үтте. Сауҙа рәттәрендә сувенирҙар, аҙыҡ-түлек, Башҡортостанда етештерелгән туңдырма һатып алырға мөмкин ине. Сәскә үҫтереүселәр һабантуй ҡунаҡтарына гөлләмәләр тәҡдим итте. Өфө лимонарийынан килтерелгән лимон һәм папая емештәре лә ҡунаҡтарҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.
Сараның рәсми өлөшөндө 2024 йылдың иң яҡшы ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре тырышлығы республика һәм район етәкселеге тарафынан юғары баһаланды. Ҡатмарлы һауа шарттарына ҡарамай, сәсеү компанияһын Иглиндәр уңышлы тамамлаған.Ер кешеләре киләһе уңышҡа ныҡлы нигеҙ һалған.
Һабантуйҙа өлкәндәр һәм балалар өсөн ғаилә старттары, йылғыр, етеҙ, ҡыйыуҙарға милли уйындар һәм спорт ярыштары ойошторолдо. Иглин районында йәшәүсе төрлө милләт кешеләрен берләштергән байрам авиашоу һәм йәштәр өсөн буяуҙар фестивале менән тамамланды.
Гүзәл Борханова