Башҡортостан "Ростех" менән хеҙмәттәшлек итә

Республика Башлығы Радий  Хәбиров дәүләт корорацияһының авиация комплексы директоры Анатолий Сердюков менән осрашты. "Ростех" структураһына ингән республика предприятиеларының тотороҡло  эшен тәьмин итеү мәсьәләләре ҡаралды. Радий Хәбиров белдереүенсә, заказдар күләме арта, шуға яңы хеҙмәткәрҙәр кәрәк. Был мәсьәләне хәл итеү буйынса план әҙерләнгән. Тәүге квартал һөҙөмтәләре буйынса Ростех структураһындағы предприятиелар яҡшы үҫешә.