“Салауат Юлаев” хоккейсыларының миҙгел алды әҙерлек планы билдәле булды

Команда 1 августа ялдан сыға, медицина тикшеренеүе үткәндән һуң күнекмәләр башлана. Юлаевсылар августа Башҡортостан Республикаһы кубогына ярышта һәм Магнитогорскиҙа Рамазан кубогына миҙгел алды турнирында ҡатнашырға йыйына.  Континенталь хоккей лигаһында чемпионат 3 сентябрҙә старт ала.