26-28 июндә Өфөлә “Иң оҫта сыр ҡайнатыусы” номинацияһында “Һөнәре буйынса иң яҡшыһы” Бөтә Рәсәй һөнәри оҫталыҡ конкурсының төбәк этабы уҙғарыла. Сыр ҡайнатыусылар “Адыгей” сырын яһауҙа ярыша. Төбәк этабында еңеүселәр һәм призерҙарға премиялар тапшырыла. Республиканың иң оҫта сыр ҡайнатыусылары Рәсәй финалында Башҡортостан исеменән сығыш яһай.