«Башнефть» продукцияһы Башҡортостанда иң яҡшыһы тип танылды

"Рәсәйҙең 100 иң яҡшы тауары " бөтә Рәсәй конкурсының төбәк этабында Роснефткә ҡараған “Башнефть” предприятиеһының 10 тауары лауреат булды. Был исемлектә «Өфөоргсинтез» етештергән полиэтилен, техник изопропилбензол, бутилен-бутадиен фракцияһы, автомобиль бензинының юғары октанлы компоненты, Өфөнөң 3-сө йылылыҡ-электр үҙәге өсөн яғыулыҡ газы инде.   Шулай уҡ «Башнефть-УНПЗ»ның дизель яғыулығы төрҙәре; бутан-бутилен фракцияһы, мазут; «Башнефть-Өфөнефтехим» заводы сығарған техник көкөрт; «Башнефть-Новойл» етештергән яғыулыҡ еңеүсе дипломын алды.