Изге Нарыҫтауҙа диндарҙар Рәсәй халыҡтарының берҙәмлеген нығытыу, бөтә донъяла тыныслыҡ һәм именлек өсөн бергәләп намаҙ уҡыны. Башҡорт «Мәккәһенә» башҡа милләт һәм дини конфессия вәкилдәре сәйәхәт ҡылды. Был хаҡта ентекләберәк киләһе яҙмала.
Был бәрәкәтле ергә үтер алдынан изге шишмә янында таҙарынырға кәрәк. Көмөш иондарына бай шишмә һыуы шифаһы төрлө ауырыуҙарҙы дауалау һәләтенә эйә. Шишмәлә ҡатын-ҡыҙҙарға һәм ир-егеттәргә айырым һыу инеү урындары бүленгән. Унда ҡойоноп сығырға мөмкин. Сәхәбә мәсетендә таҙарынғандан һәм доға уҡығандан һуң икенсе ғәмәл - тау түбәһендәге диндарҙарға ҡуйылған һәйкәлгә күтәреләләр .
Меңәрләгән диндәштәр бергәләшеп тау түбәһенә йәйәүләп артыла. Өс йөҙ метр бейеклектәге тауға күтәрелеү еңел түгел, әммә был ғәмәлде үтәү мотлаҡ. Тау башында ғәрәп телендә сәхәбәләрҙең исемдәре уйылған яҙыуҙар менән ҡара төҫтәге мәрмәр плитә бар. Ул ҡупшы итеп биҙәлгән тирмә эсендә урынлашҡан. Риүәйәт буйынса, бында аталы-уллы ерләнгән. Зөбәйер Ибн Зәйет, Абдурахман ибн Зөбәйер был ерҙәргә 630 йылда килгән беренсе ислам вәғәзселәре. Бында сәхәбәләр һәм бөтә мәрхүм булған диндәштәр рухына, донъяла тыныслыҡ теләп, халыҡтар берҙәмлеге һәм Бөйөк Рәсәй иленең алға китеүе өсөн доғалар ҡылына.
Мосолмандар туғыҙынсы мөфтөй Ғабдрахман Рәсүлевты ла иҫкә алды. Ғабдрахман Зәйнулла улы Рәсүлевтың бөтә ил буйынса ислам тәғлимәттәрен һәм институттарын һаҡлауҙа роле баһалап бөткөһөҙ. Дин әһеле граждандар һуғышынан һуң тар-мар ителгән мәсеттәрҙе тергеҙә, «террор» йылдарында руханиҙарға репрессиялар ағымына ҡаршы торорға ярҙам итә, Бөйөк Ватан һуғышында мосолмандарҙың хәрби рухын күтәрә. 1942 йылдың майында ул диндарҙарға патриотик телмәр менән мөрәжәғәт итә немец фашистарына ҡаршы джихат-изге һуғыш иғлан итеп, Ҡыҙыл Армия сафтарында һуғышырға өндәй.
Изге тауҙа ойошторолған йыйында диндарҙар берҙәм сафта яугирҙар, уларҙың һаулығы, еңеү һәм фронтта һәләк булғандарҙың тыныслығы өсөн доғалар ҡылды. Башҡорт «Мәккәһен»нә был көндө яҡынса иҫәпләүҙәр буйынса 10 меңдән ашыу кеше - төрлө милләт һәм дин вәкилдәре килгән.
Йыл һайын был изге тауға бөтә донъянан сәхәбәләргә ҡәберенә хажиҙар зыярат ҡыла.Халыҡ был ҡөҙрәтле ерҙән рух көсө алып ҡайта.
Гүзәл Борханова