Өфөлә дүртенсе тапҡыр «Медиайыйын» үтте

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров журналистарҙы Матбуғат һәм мәғлүмәт хеҙмәткәрҙәре көнө менән ҡотлап, дәүләт наградалары тапшырҙы. Төбәк етәксеһе республика ваҡиғалары үҙәгендә ҡайнап йәшәгән, шулай уҡ алғы һыҙыҡтағы яңылыҡтарҙы яҡтыртҡан һөнәрмәндәргә оло рәхмәтен еткерҙе. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.

Ил өсөн һынылышлы осорҙа киң мәғлүмәт саралары эшмәкәрлеге баһалап бөткөһөҙ. Журналистарҙың фиҙаҡәр хеҙмәте, яуаплылығы, патриотик позицияһы йәмғиәттең тотороҡло үҫешен тәьмин итә, ҡатмарлы ваҡытта ла ил берҙәмлеген һаҡлай. Башҡортостанда дүртенсе тапҡыр ойошторолған «Медиайыйын» «Беҙ бергә» девизы аҫтында үтте.

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров махсус хәрби операция биләмәһендә эшләгән журналистарҙы телгә алып уларҙың хәрби хәбәрселәр статусы өҫтөндә эш алып барылғанын билдәләне. Ҡәләм тирбәтеүселәр, телевидение журналистары хәрби яңылыҡтарҙы яҡтыртыуҙан тыш үҙҙәре лә ҡорал алып алғы һыҙыҡҡа юлланған осраҡтар байтаҡ. Медиайыйында хәрби хәбәрселәрҙең хәүефле көндәлегенә бағышланған фотокүрмәҙмә ойошторолдо.

Оҙаҡ йылдар республика ваҡиғалары үҙәгендә ҡайнап, йәмғиәт өсөн мөһим мәғлүмәт еткергән, һөнәренә тоғро медиа тармаҡ белгестәренә дәүләт наградалары тапшырылды. Хеҙмәттәшәбеҙ «Яңылыҡтар» хеҙмәтенең әҙәби мөхәррире Рәйлә Күсемхәнова Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды.

Республика етәкселеге иғтибары менән төбәктә киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре үҫеше өсөн күп яҡлы эш алып барыла. Өҫтәмә финанслау ярҙамында Өфөләге Матбуғат йортон төҙөкләндереү көтөлә. Һөнәр оҫталары өсөн «Дөрөҫлөк. Ҡаһарманлыҡ. Яуаплылыҡ» премияһы булдырылды. Уға ярашлы журналистарға йыл һайын 300-шәр мең һумлыҡ 20 премия тапшырыласаҡ.

Флорида Ким