Ай аҙағына тиклем Өфөләге Шаҡша күперендә автомобиль хәрәкәтен ике тапҡыр ваҡытлыса сикләү ҡаралған

Ҡоролманың уң яғында эш тамамланыуға бәйле транспорт хәрәкәте өсөн билдәләнгән участка йүнәлеше үҙгәртелә. Күперҙең икенсе өлөшөндә тимер-бетон ҡоролмалар металл конструкцияға яңыртыла башлай. Биләмәлә алып барылған эш менән БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина таныштыра.

Ҡырҡ йыл элек төҙөлгән Шаҡша күперен нығытыу эштәре билдәләнгән графиктан алдараҡ бара. Планлаштырылған 800 тонна металл конструкцияларҙың яртыһы урынлаштырылған. Икенсе яҡҡа күсергә ваҡыт. Әлегә тиклем капиталь ремонт гидротехник ҡоролманың уң яғында барһа, июнь аҙағына юл хәрәкәте яңыртылған участка аша үтәсәк.

Күперҙең уң яҡ өлөшөндә юлға асфальт түшәргә, яҡтыртыу ҡоролмаларына терәүҙәр ҡуйырға ҡалған. Объектта көн һайын 70 төҙөүсе эшләй, ун берәмек техника йәлеп ителгән. Автомобилдәрҙе яңы һыҙат буйлап ебәрер алдынан киләһе ике аҙнала юл хәрәкәтен ваҡытлыса сикләү ҙә ҡаралған. Әлегә бөтә көстәр төҙөлөш эштәрен тиҙләтеүгә йүнәлтелгән.

Күперҙең ике яғынан локаль таҙартыу ҡоролмалары төҙөлә. Улар юлдағы ямғыр һәм бысраҡ һыуҙарҙың йылғаға төшөүен сикләп, экологик яҡтан хәүефһеҙлекте тәьмин итәсәк. Ошо маҡсатта биләмәлә торбалар һалына, инженер эштәр башҡарыла.

«Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар» милли проекты буйынса алып барылған капиталь ремонтҡа 2 миллиард 161 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгән. Килешеүгә ярашлы, подрядсы компания объектты киләһе йыл февралдә сафҡа индерергә тейеш. Әммә эш билдәләнгән графиктан өс-дүрт айға иртәрәк тамамланыр тип көтөлә.

Капиталь ремонтты быйыл уҡ тамамлар өсөн сентябрь һәм октябрь айҙарында күпер аша автомобиль хәрәкәтен оҙайлы ваҡытҡа сикләү талап ителәсәк. Ошо осорға ҡоролманың ике өлөшөн тоташтырыу маҡсатында иретеп- йәбештереү эштәре планлаштырылған. Яуаплы эш мәлендә күпергә динамик көсөргәнеш булырға тейеш түгел.

Евгений Кулешов, Өфө ҡалаһы хакимиәтенең юл һәм яһалма ҡоролмаларҙы төҙөү, ремонтлау буйынса идаралыҡ етәксеһе урынбаҫары

Юлдағы ваҡытлыса сикләүҙәрҙең теүәл датаһы буйынса алдан иғландар була. Баш ҡала халҡын уңайһыҙлыҡтарҙы аңлап ҡабул итергә саҡыралар. Яңыртылған күпер тағы ла ярты быуаттан ашыу хеҙмәт итәсәк.

Гөлназ Хәйбуллина