Өфөлә «Рәсәй һыуы» Бөтә Рәсәй акцияһы үтте

Өфөлә меңгә яҡын кеше өмәгә сыҡты. Ирекмәндәр араһында студенттар, дәүләт эшмәкәрҙәре, эшҡыуарҙар бар ине. Өмәселәр «Биатлон» спорт-һауыҡтырыу комплексы янында Ағиҙел ярҙарын сүп-сарҙан таҙартты. Бер нисә сәғәттә ирекмәндәр меңдән ашыу тоҡ ҡый ҡалдыҡтарын йыйып өлгөрҙө. Экологик сара «Рәсәй һыуы» Бөтә Рәсәй акцияһы буйынса ойошторолдо. Ул йыл һайын үтә.

«Рәсәй һыуы» - илдәге иң ҙур экология проекттарының береһе. Ул тәбиғәтте ҡурсалауға, Рәсәйҙең үҙенсәлекле үҫемлектәрен һәм йәнлектәрен һаҡлауға йүнәлтелгән. Былтыр сарала Башҡортостандан 70 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан. Баш ҡалала үткән өмә «Йылға шишмәнән башлана» экомарафонына башланғыс та булып тора. Ул 26 июль Краснокама районында Кама йылғаһы буйында тамамлана.

Экомарафон Кама йылғаһы аҡҡан Пермь өлкәһе, Татарстан кеүек 5 төбәк халҡын берләштерәсәк. Кама - Рәсәйҙәге иң ҙур йылғаларҙың береһе. Оҙонлоғо буйынса ул Европала 7-се урында килә. Башҡортостанда аҡҡан бер нисә йылға ла Кама бассейнына инә.

Камил Бирғәлиев, Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры урынбаҫары