Өфөлә тәрбиәгә бала алған ғаиләләрҙең форумы үтте

Был сара етенсе тапҡыр ойошторола һәм фекер алышыу, тәжрибә уртаҡлашыу майҙаны булып тора.

Статистика мәғлүмәттәренән күренеүенсә, йыл һайын меңләгән бала ғаиләгә урынлаштырыла. Был осраҡта ата-әсәләргә лә, балаларға педагогик, психологик, юридик ярҙам талап ителә. Балаларға яңы шарттарға яраҡлашыу талап ителһә, өлкәндәрҙе документтар менән бәйле һорауҙар борсой. Форум бар проблемаларҙы уртаға һалып тикшерергә булышлыҡ итә. Сараға республиканың төрлө муниципаль берәмектәренән ғаиләләр ҡатнаша. Улар төрлө номинацияларҙа ла үҙ көсөн һынап ҡараған. Баймаҡтан Әлмөхәмәтовтар аш-һыу конкурсында ҡаҙы әҙерләп күрһәтеп баһалама ағзаларының һөйөүен яулаған. Иң мөһиме һәр балаға тигеҙ ҡарау, ти Яҙгөл Әлмөхәмәтова.

Форум программаһы бай һәм күп яҡлы. Ул түңәрәк өҫтәлдәрҙе лә, оҫталыҡ дәрестәрен дә үҙ эсенә ала. Сарала тәрбиәгә бала алған ата-әсәләрҙең хеҙмәт стажы, пенсия тәғәйенләү, алименттар юллау кеүек һорауҙар буйынса консультация ла ойошторола. Эксперттар фекеренсә, форумда ҡаралған һәр тема актуаль. Етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм балаларға йорт йылыһын, күңел наҙын биргән ғаиләләр дәүләт яҡлауын, ҡурсауын тойорға, үҙҙәренең яңғыҙ түгеллеген белергә тейеш.