Өфө тарихы ваҡыт билдәләре һәм символдарында. Республиканың милли музейында баш ҡаланың 450 йыллығына арналған уникаль күргәҙмә асылды. Унда килеүселәр юбилейын билдәләүсе Өфө тарихын төрлө дәүерҙең сфрагистика, фалеристика, филобутонистикаһы аша өйрәнә ала.
Күргәҙмәлә дәүләт символдары, наградалар, билдәләр аша ҡала ҡоролошо һәм үҫешен күрергә мөмкин. Шулай уҡ хәрби кейемдәр, фотоһүрәттәр урын алған. Экспозиция Башҡортостандың милли музейы һәм шәхси коллекционер, тирә-яҡты өйрәнеүсе Игорь Данилов менән берлектә ойошторолған. Баш ҡаланың тарихын өйрәнгән кешеләр Өфөгә тағы ла нығыраҡ ғашиҡ була, ти күргәҙмәгә килеүселәр ҙә.