Радий Хәбиров БРИКС илдәренең спорт уйындарында ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙҙы уңыштары менән ҡотланы

Радий Хәбиров БРИКС илдәренең спорт уйындарында ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙҙы тәүге уңыштары менән ҡотланы! Башҡортостан башлығы социаль селтәрҙәрҙә каратистарыбыҙҙың ҡаҙаныштарын билдәләне.

Эрнест Шәрәфетдинов 75 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһында алтын яуланы. Айгөл Садиҡова 50 килограмға тиклемге ауырлыҡта бронза призер булды. Спортсыларҙы, уларҙың тренеры Николай Балабановты яҡшы һөҙөмтәләр менән ҡотлайым, тигән төбәк етәксеһе. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Ҡазанда үткән халыҡ-ара ярыш 23 июнгә тиклем дауам итә. Унда донъяның 90 иленән 5 меңгә яҡын спортсы ҡатнаша.