Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы иҫерек килеш һыу инмәҫкә кәңәш итә

Фажиғәле осраҡтарҙың күбеһе хәмер ҡулланыу менән бәйле.  Ведомствоның Республика идаралығы етәксеһе ярҙамсыһы Ленар Вәхитов һөйләй.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Башҡортостанда  өс  көндә  8 кеше  батып үлгән. Фажиғәле  осраҡтар  Өфө, Нефтекама, Учалы  ҡалаларында, Ауырғазы, Краснокама, Бөрө һәм  Бүздәк райондарында  булған.  Ҡотҡарыусылар  һыуға батып барған 6 кешегә  ярҙам итеп  өлгөргән.