Башҡортостанда «Салауат йыйыны» байрамы үтте

Башҡортостан картаһында тағы ла бер яңы туристик маршрут барлыҡҡа килде. Радий Хәбиров республиканың төньяҡ-көнсығышында «Салауат ере» тарихи-мемориаль комплексын асыу тантанаһында ҡатнашты. Ул башҡорт халҡының милли геройы һәм шағир-импровизаторҙың тыуған төйәге Тәкәй ауылы урынында төҙөлгән. Салауат Юлаевтың бала сағы һәм йәшлеге үткән урындарҙа БЮТ ижади төркөмө лә булды. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин репортажы.

Салауат районының ижади коллективтары ғына түгел, ҙур республика сәхнәһе артистары ла. «Салауат вариҫтары» тип исемләнгән театрлаштырылған тамашала 700-ҙән ашыу кеше ҡатнашты. Улар халыҡ геройы образы менән бергә, быуындарҙың күсәгилешлеген дә асып һалды.

Башҡорт халҡының милли геройы, сәсән, шағир-импровизатор һәм Крәҫтиәндәр һуғышы етәкселәренең береһе. Салауат Юлаевтың тормошо, көрәше һәм батырлығы тыуған илгә һөйөү символына әүерелде. 20-се тапҡыр уҙғарылған «Салауат йыйыны» республика фольклор байрамында Башҡортостан башлығы ла ҡатнашты. Радий Хәбиров сараға килеүселәрҙе милли геройҙың 270 йыллығы менән тәбрикләне. Дәүләт наградаларын тапшырҙы.

Фольклор байрамының программаһы бай булды. «Аҡбуҙат» республика ат сабыштары, милли һәм этник спорт төрҙәре буйынса төбәк-ара фестиваль, Салауат Юлаев призына көрәш буйынса Башҡортостандың асыҡ турниры үтте. Бынан тыш, ижади конкурстарҙың финалы ла ойошторолдо. Иң яҡшы тирмә һәм сувенир продукция етештереүселәр билдәләнде.

Көндөң икенсе яртыһында «Янғантау» геопаркы биләмәһендә республика өсөн мөһим тарихи ваҡиға - Башҡортостан картаһында тағы ла бер яңы туристик нөктә барлыҡҡа килде. «Салауат ере» тарихи-мемориаль комплексын асыу тантанаһында Радий Хәбиров та ҡатнашты. Был халыҡ геройы Салауат Юлаевтың тыуған урыны.

Әйткәндәй, бынан егерме йыл элек уҙғарылған республика фольклор байрамы ҡунаҡтары Салауаттың тыуған ауылынан алынған тупраҡты иң ҡәҙерле атрибут булараҡ хәтерләй. Улар янсыҡтарға һалынып сараға килеүселәргә таратылған.

Тәкәй - 1773-1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышы барышында башҡорттар ихтилалынан һуң юҡ ителгән Салауат Юлаевтың һәм уның атаһы Юлай Аҙналиндың тыуған ауылы. Уның тап ошонда булыуын билдәләү өсөн шифахана һәм геопарк тарафынан археологик тикшереүҙәр үткәрелә. Бөгөн 4,5 гектарҙы майҙанды биләгән тарихи-мемориаль комплекс милли герой тормошоноң мөһим этаптарын сағылдыра.

Салауатты батыр итеп кенә түгел, шағир, тыуған ер йырсыһы булараҡ асыу ҙа мөһим ине, ти проект авторҙары. Геройҙың тормош циклы күрһәтелгән һуҡмаҡта уның шиғырҙары менән стендтар ҡуйылған.

Салауат районында Радий Хәбиров рәйеслегендә геопарктар буйынса попечителлек советы ултырышы ла үтте. Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар биләмәләрҙе артабан үҫтереү буйынса фекер алышты. Республика башлығы башҡарылған эштең мөһимлеген билдәләне. Был территорияларҙы һаҡлау ғына түгел, ә төбәк халҡы һәм ҡунаҡтары өсөн яңы туристик объекттарҙы асыу мөмкинлеген дә бирә.

Азат Ғәлиуллин