Башҡортостандың Милли музейында Салауат Юлаевтың 270 йыллығына ғилми-ғәмәли конференция үтте

Милли батырыбыҙҙың 270 йыллығына Башҡортостандың Милли музейы филиалы - Салауат Юлаев музейында ғилми-ғәмәли конференция үтте. Ғалимдар, тикшеренеүселәр, музей һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре ҡатнашҡан осрашыуҙа Салауат Юлаевтан махсус хәрби операция яугирҙарына тиклемге шәхестәр тураһында һүҙ барҙы. Фекер алышыусылар республиканың төньяҡ-көнсығыш төбәгенең хәрби һәм хеҙмәт ҡаҙаныштары, уларҙы музейҙарҙа мәңгеләштереү эшенә айырым туҡталды.

Ғилми-ғәмәли конференцияла республика ғалимдарынан тыш, илдең төрлө төбәктәре белгестәре ҡатнашты. Эстония вәкилдәре махсус саҡырыу буйынса килгәйне. Конференцияла Салауат Юлаевтың образын һаҡлау һәм популярлаштырыу буйынса мөһим йүнәлештәр билдәләнде. Башҡортостандың Милли музейы ойошторған «Салауат Юлаев: батырҙан легендаға тиклем» тип исемләнгән күсмә экспозиция эшләне.