Пермь крайы Барҙа районында 14-се Бөтә Рәсәй ауыл һабантуйы үтте

Федераль кимәлдәге сарала Башҡортостан башлығы хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Азат Бадранов етәкселегендәге делегация ҡатнашты.

Яҡташтарыбыҙ һабантуй алдынан Барҙа ауылында легендар ғәйнә башҡорто вәкиле Туҡтамыш Ишбулатов бюсына һәм шағир Ғабдулла Туҡай һәйкәленә сәскә һалды. Туҡтамыш Ишбулатов билдәле мәғдән сәнәғәтсеһе, 20 йылға яҡын ғәйнә башҡорттарын етәкләгән старшина, Уложеннный комиссия депутаты, Өфө провинцияһы наказадарын әҙерләгән алдынғы ҡарашлы шәхес. Туҡтамыш Ишбулатов Барҙа районында йәшәгән ғәйнә башҡорттарының аҫыл улы була. Ғөмүмән, был ерлектә данлыҡлы шәхестәр күп. Санкт-Петербургтағы тау эшкәртеү училищеһына нигеҙ һалыусы, күренекле сәнәғәтсе.

Ғәйнә башҡорттары данлыҡлы улдарының исемдәрен ҡәҙерләп һаҡлай. 2020 йылда Барҙа ауылында Туҡтамыш Ишбулатовҡа һәйкәл асылған, ошонда уҡ билдәле ғәйнә башҡорттары тураһында мәғлүмәтттәр, шәжәрә ағастары менән танышырға мөмкин. Ерле халыҡ әйтеүенсә, был майҙанда ғәйнә башҡорттарын берләштергән саралар ойошторола, йәштәр, балалар йәлеп ителә.