Федераль һабантуй илдең 50-нән ашыу субъектынан 70 меңләп кешене бер майҙанға йыйҙы. Сара милли уйындарға ла, спорт ярыштарына ла бай булды. Тирмәләрҙә быуаттар буйы ошо ерҙә йәшәгән ғәйнә башҡорттарның кейем өлгөләре, аш-һыуҙары, кәсептәре, ғөрөф-ғәҙәттәре менән танышырға мөмкин ине. Башҡортостан башҡорттарының милли-мәҙәни хазиналары менән ҡунаҡтарҙы Тәтеште һәм Дүртөйлө райондары таныштырҙы, ә Нефтекама филармонияһы артистары йырлы-моңло тамаша бүләк итте. Бөтә Рәсәй кимәлендәге һабантуйҙан БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.
Ғәйнә башҡорттары Башҡортостандан ситтә йәшәһә лә тарихи тамырҙарын онотмай. Улар ата-бабаларҙан ҡалған милли йолаларҙы, кәсептәрҙе ҡәҙерләп һаҡлай, йәш быуынға тапшыра. Тыуған яҡты өйрәнеүсе педагог Әнисә Мәүликәева әйтеүенсә, ғәйнә башҡорттарының көнкүреш әйберҙәре лә, кейем өлгөләре лә уникаль. Мәҫәлән, барлыҡ башҡорт ырыуҙарынан тик ғәйнә башҡорттарының күлдәге генә шаҡмаҡлы туҡыманан тегелгән, ә өйҙө биҙәгән таҫтамалдар күбәләкле һәм тәгәрмәсле.
Ҡатын-ҡыҙҙарҙың ғына түгел, ир-егеттәрҙең кейеме лә айырыла. Мәҫәлән, ғәйнә башҡорттарының түбәтәйен милли бренд тип атарға була.
Башҡынама кейгән түбәтәйҙең һикһән һигеҙ икән өлгөһө тигән һымаҡ түбәтәйҙәрҙең төрлөһө бар. Әммә Барҙа башҡорттары түбәтәйенә еткәне юҡ. Ул хатта Рәсәйҙең матди булмаған мираҫы федераль каталогына индерелгән. Барҙа ир-егеттәренең баш кейеме тирмә формаһында эшләнгән, биҙәге ситендә генә түгел өҫ яғында ла бар. Был түбәтәй баштан шыумай, эҫе ваҡытта ла тирләтмәй, ти барҙалар.
Ғәйнә башҡорттарының кәсептәре, кейемдәре генә түгел, аш-һыуҙары ла үҙенсәлекле. Сәриә Ураҙбаева быуаттар дауамындағы рецептарҙы йыйып китап сығарған.
Башҡортостан башлығы хакимиәтенең беренсе урынбаҫары Азат Бадранов, Татарстан рәйесе Рөстәм Миңлеханов, Пермь губернаторы Дмитрий Махонин, Киров өлкәһе губернаторы Александр Соколов Башҡортостан республикаһы майҙансығындағы экспозицияларҙы ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ҡараны. Бында Пермь крайының ғәйнә башҡорттарынан тыш, Тәтешле һәм Дүртөйлө райондары ла үҙ тирмәләрен ҡуйған. Ҡунаҡтар махсус хәрби операция ҡаһарманы Фәнис Хөсәйеновҡа арналған күргәҙмә янында ла туҡталды. Фәнистең әсәһе Фәриҙә Мәғдән ҡыҙы ғәйнә ырыуы башҡорто, Барҙа районы беҙҙең өсөн сит түгел, ти ул.
Азат Бадранов Бөтә Рәсәй ауыл һабантуй ҡунаҡтарын тәбрикләп Башҡортостан башлығының сәләмен еткерҙе. Пермь крайында 160 милләт вәкиле йәшәй, уларҙың миили-мәҙәни хазиналарын һаҡлаған өсөн Пермь крайы етәкселегенә рәхмәт, тине ул. Азат Шамил улы төбәктә әүҙем эш алып барған милләттәштәребеҙгә дәүләт наградаларын да тапшырҙы. Бүләкләнеүселәр араһында 9-сы тиҫтәһен ҡыуған тарихсы Фаил Сәйҙәшев та бар. Ул Пермь крайының иң төнъяғында урынлашҡан башҡорт ауылынан. Фаил Кәрим улы ауылдар тарихын өйрәнеп китап та нәшер иткән.
Бөтә Рәсәй ауыл һабантуйы милли уйындарға ла, спорт ярыштарына ла, йырлы-моңло тамашаларға ла бай. Башҡортостан егеттәре милли көрәштә лә, ат ярышында ла һынатманы. Әммә федераль һабантуй күңел асыу сараһы ғына түгел, ул милли-мәҙәни ҡомартҡыларыбыҙҙы һаҡлау, үҫтереү, популярлаштырыу маҡсатын да ҡуя. Башҡортостан майҙансығында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан түңәрәк өҫтәл дә ойошторолдо.
Бөтә Рәсәй ауыл һабантуйы быйыл 14-се тапҡыр ойошторолдо. Был сара илдең төрлө төбәктәрендә йәшәгән башҡорттарҙы, татарҙарҙы берләштереүсе, милли-мәҙәни хазиналарыбыҙҙы һаҡлаусы, йәш быуын араһында танытыусы майҙан булып тора. Федераль һабантуй киләһе йыл Киров өлкәһендә уҙғарыла. Күсмә билдә өлкәнең губернаторы Александр Соколовҡа тапшырылды.
Рәмзиә Кәримова