Әбйәлил районында йәнә «торнадо» ҡоторған

Был юлы көслө ҡойон Әүмеш ауылы ситендә яңы төҙөлгән ағас өйҙө емергән. Интернетҡа һалынған видеояҙманан күренеүенсә, йорттоң ҡыйығы ябылған, ишек-тәҙрәләре ҡуйылған булған. Тәбиғәт ғәрәсәте хатта йыуан бүрәнәләрҙе лә бер нисә метрға алып ташлаған. Бәхеткә күрә, дауыл мәлендә башҡа йорттар һәм иң мөһиме кешеләр зыян күрмәгән.

«Осҡон» гәзите хәбәр итеүенсә, уҙған ялда Әбйәлилдә тағы ла бер ғәҙәттән тыш хәл теркәлгән. Байым ауылы эргәһендә бер өйөр һарыҡты һәм һыйырҙы йәшен атҡан. Малдар был ваҡытта ҡайын төбөндә торған булған.