Республикала йәшәүселәр мәсеттәрҙә иртәнге намаҙ уҡып,вәғәз тыңланы, илгә тыныслыҡ теләне. Дини байрам уңайынан һарыҡтар салынды. Төбәктә бының өсөн 60 махсус майҙансыҡ ойошторолғайны. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.
Байрам намаҙында - уртаҡ теләктәр. Башҡортостан мәсеттәрендә Ҡорбан байрамы уңайынан төрлө милләт вәкилдәре намаҙ уҡып, вәғәз тыңланы. Ислам диненең төп байрамдарының береһе - Ҡорбан ғәйете Зөлхизә айының унынсы көнөндә башлана һәм ҡорбан салғандан һуң тағы ике көн дауам итә.
Рухи күтәренкелек биргән изге байрамда мосолмандар үҙҙәренең туғандарын, күрше-тирәһен, дуҫ-иштәрен йола мәжлесенә саҡыра, ярҙамға мохтаж, ауырыуҙарҙың хәлен белеп, саҙаҡалар өләшә.
Һуңғы биш йылда республикала Ҡорбан салыу санитар талаптарға ярашлы , махсус йыһазландырылған урындарҙа атҡарыла. Башҡортостанда ошо маҡсатта 60 майҙансыҡ ойошторолған. Өфөлә төп майҙансыҡтарҙың береһе Зинин ауылы эргәһендә эшләй. Бында салынған һарыҡтар шунда уҡ лаборатор тикшереү үтеп, һатыуға сығарыла.
Ҡорбан байрамы тәү сиратта - ғаилә байрамы. Азалия менән Азат Мулдаҡаевтар ете йыл элек мәсеттә танышып бөгөн ике бала үҫтерә. Сабыйҙарында улар бәләкәйҙән дингә һөйөү тәрбиәләй, ҡыҙҙары Латифа мосолман балалар үҙәгендә белемен камиллаштыра.
Мулдаҡаевтар өсөн Ҡорбан ғәйете менән Ураҙа байрамы иң көтөп алынған сараларҙың береһе. Дини ғаилә был көндө биш һарыҡ салып ярҙамға мохтаж кешеләргә һәм туғандарына тарата. Әлбиттә, мул табын әҙерләп туғандарҙы саҡырыу ҙа изге йола һанала.
Флорида Ким