Бөгөн федераль ведомство етәксеһе Александр Куренков, Республика Башлығы Радий Хәбиров Өфөлә янғындарҙы иҫкәртеү техникаһы күргәҙмәһен ҡараны. 2016 йылдан алып янғын иҫкәртеү приборҙары ярҙамында республикала 1 мең 100-ҙән ашыу кешенең ғүмере һаҡлап ҡалынған. Улар араһында 432 бала бар. Республика Башлығы белдереүенсә, ирекле янғын һағы системаһы үҫешенә ҙур иғтибар бүленә. Быйыл ошондай отрядтар 600-ҙән ашыу янғынды һүндереүҙә ҡатнашҡан.