Республика халҡы уҙған ял көндәре мутлашыусыларға 16 миллион һум күсергән

Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығынан белдереүҙәренсә, Өфөнән 46 йәшлек иргә үҙен мобиль элемтә компанияһы белгесе булараҡ таныштырған кеше шылтыратҡан. Ул алдаҡ юл менән “Дәүләт хеҙмәттәре” порталынан серһүҙҙе асыҡлаған. Аҙаҡ иргә ялған банк хеҙмәткәре шылтыратҡан һәм уның исеменә кредит алырға маташыуҙарын әйткән. Быны булдырмаҫ өсөн алдараҡ аҡса юлларға һәм “хәүефһеҙ иҫәп”кә күсерергә ҡушылған. Мутлашыусылар тоҙағына эләккән ир 2 миллион һумын юғалтҡан. Благовар районынан 27 йәшлек егет ипотекаға бирелгән 6 миллион һум аҡсаһынан ҡолаҡ ҡаҡҡан. Ул интернетта инвестицияларҙа күп аҡса эшләүгә бәйле реклама күреп ҡалған. Егеткә тиҙ арала 1 миллиард һум вәғәҙә иткәндәр. Аҡса алынғас ялған брокерҙар элемтәгә сыҡмаған. Полиция таныш булмаған телефон номерҙарына яуап бирмәҫкә һәм шикле рекламаға ышанмаҫҡа кәңәш итә.