Радий Хәбиров һәм Александр Куренков республика янғын һүндереүселәренә яңы техника тапшырҙы

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров һәм Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министры Александр Куренков республика янғын һүндереүселәренә яңы техника тапшырҙы. Тантаналы шарттарҙа ҡотҡарыусыларға 36 берәмек техника бүләк ителде. Бынан тыш видеобәйләнеш аша Красноусол ҡасабаһында янғын-ҡотҡарыу депоһы асылды. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.

Башҡортостанда аҙ мобилле граждандарҙы уттан ҡотҡарыу өсөн йорттарҙа GSM модулле янғын иҫкәртеү ҡоролмалары ҡуйыла башлаясаҡ. Пилот проектты тормошҡа ашырыу өсөн Благовещен, Ишембай, Стәрлетамаҡ, Тәтешле райондары һайланған. GSM модулле иҫкәртеү ҡоролмаһы хәүефле сигналды ҡотҡарыусыларҙан тыш, граждандың туғандарына, опека хеҙмәткәрҙәренә, ауыл хакимиәтенә лә ебәрәсәк. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров һәм Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министры Александр Куренков янғынды иҫкәртеү мөмкинлектәре менән танышты.

Һуңғы 5 ай эсендә Башҡортостанда дүрт меңдән ашыу янғын һүндерелгән, ут хәүефе янаған 823 кеше ҡотҡарылған. Янғын участкаларын оператив асыҡлап ваҡиға урынына ҡотҡарыусыларҙы ебәрергә видеокүҙәтеү системаһы ла ярҙам итә.

Башҡортостанға эш сәфәре сиктәрендә Алескандр Куренков видеобәйләнеш аша төбәктә янғын һүндереү депоһын асыу тантанаһында ҡатнашты. Ғафури районы Красноусол ҡасабаһында урынлашҡан депо заманса талаптар буйынса төҙөлгән. Бында ҡотҡарыусыларҙың эш урыны, техника һаҡлау, һөнәри әҙерлек үтеү бүлектәре йыһазландырылған.Янғын-ҡотҡарыу депоһы 30 мең кеше йәшәгән 96 биләмәне хеҙмәтләндереү өсөн ҡаралған. Йылдың икенсе кварталында Ишембай районы Һайран ауылында ла яңы янғын-ҡотҡарыу депоһын асыу күҙаллана.

Башҡортостанда янғын хәүефен иҫкәртеүгә төплө иғтибар бүленә. Халыҡтың 38 проценты ауылдарҙа йәшәй - ағас өйҙәр, ихатала бесән-һалам булыуы, ғөмүмән көньяҡ райондарҙа ҡуйы урмандар үҫеүе ут таралыу хәүефен арттыра. Янғындарҙың һанын кәметеү маҡсатында граждандарҙың 15 категорияһына иҫкәртеү ҡоролмалары бушлай таратыла. Төбәктә тәбиғи янғындарҙы иҫкәртеү программаһы ойошторолған. Уға ярашлы урман янғындарын кисектереү өсөн ике млрд һум аҡса йүнәлтелә.

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров һәм Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министры Александр Куренков республика янғын һүндереүселәренә яңы техника тапшырҙы. Тантаналы шарттарҙа ҡотҡарыусыларға 36 берәмек техника бүләк ителде. Автоцистерналар,квадрацикл, ҡар таҙартыу машиналары, һыу судноһы, автобаҫҡыс һәм һыу прицептары кеше ғүмерҙәрен ҡотҡарыусы ведомстволарға еткерелде. Бынан тыш, төбәктә эшләүсе ирекле янғын һүндереү командалары ағзаларына ла һыу прицептары тапшырылды.

Флорида Ким