1 июлдән Башҡортостанда коммуналь хеҙмәттәргә тарифтар үҙгәреүе көтөлә

1 июлдән Башҡортостанда, бөтә илдәге кеүек үк, коммуналь хеҙмәттәргә тарифтар үҙгәреүе көтөлә. Һүҙ йылытыу, ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарыу, һыу тәьминәте, һыу ағыҙыу, шулай уҡ электр энергияһы тураһында бара. Һуңғы тапҡыр тарифтар 2022 йылда күтәрелгәйне. Шул уҡ ваҡытта айырым категория граждандарға коммуналь түләүҙәргә льготалар ҡарала. Уларға кемдәр иҫәп тота ала һәм нисек яҡшы ташлама алыу мөмкинлегенә эйә булырға? Тулыраҡ киләһе яҙмала.

Трактор йәйәүлеләргә тәғәйенләнгән юл участкаһын тигеҙләй. Шишмә ҡасабаһының Чернышевский урамындағы йорт ихатаһында «Башҡорт ихаталары»программаһы буйынса эш ҡайнай. Бында турник зонаһы менән балалар һәм спорт майҙансыҡтары барлыҡҡа киләсәк, парковка киңәйәсәк һәм яңы яҡтыртыу бағаналары буласаҡ. Параллель рәүештә 200 метр оҙонлоҡтағы йылылыҡ селтәре участкаһы алмаштырыла. Эш һуңынан, торбаларҙы ремонтлағанда төҙөкләндерелгән биләмәне яңынан ҡаҙмау өсөн башҡарыла.

Инженер селтәрҙәре төҙөкләндерелергә тейешле был ихаталар йорттар менән бергә тапшырыла. Был селтәрҙәр 30 йылдан ашыу хеҙмәт иткән. Улар туҙған һәм ремонт талап итә. Йыш ҡына йылылыҡ трассаһында, шулай уҡ һыуыҡ һәм эҫе һыу тәьминәтендә өҙөклөктәр теркәлә, коммуналь аварияларҙы бөтөрөү өсөн ер эштәре башҡарыу талап ителә.

Булат Вәлиуллин, Шишмә ҡасаба советы хакимиәте башлығы

Ике йортта шифер ҡыйыҡтарын профнастилға алмаштырыу планлаштырыла, шулай уҡ подъездарҙы ремонтлау буйынса проект эшләйбеҙ. Бөгөн-иртәгә магистралдәрҙе пресслау үткәрәбеҙ һәм барыһы ла яҡшы булһа, ҡаҙандарға ҡом тултырып, төҙөкләндереү эштәрен дауам итәсәкбеҙ.

Ришат Мансуров, Шишмә районы хакимиәте башлығы

Былтыр Шишмәләге Спорт тыҡрығындағы йорт ихатаһында ошондай комплекслы төҙөкләндереү алымдары ҡулланылған. Бынан тыш подъездар яңыртыла, ә элек ҡыйыҡты алмаштырғандар

Балаларҙың именлеген тәьмин итеү өсөн ихата видеокүҙәтеү камералары менән дә йыһазландырылған.

Селтәрҙәрҙең яңы участкаларын ремонтлау, төҙөү һәм туҙған участкаларын алмаштырыуға ресурстар менән тәьмин итеүсе ойошмаларҙа сығымдар буйынса айырым статья ҡаралған. Комплектлаусы материалдарға, яғыулыҡҡа хаҡ күтәрелеүе лә был графала сығымдарҙың артыуына йоғонто яһаясаҡ. 2023 йылда һәм 24-се йылдың беренсе яртыһында тарифтар үҙгәрешһеҙ ҡалды. Быға тиклем улар йыл һайын күтәрелеп килә ине.

Процент үҫеше буйынса Башҡортостан Рәсәй кимәлендә исемлектең уртаһында. Республикала индекстар буйынса сик 13,6% ҡаралған, унан арттырырға ярамай.

Индексация нигеҙендә социаль-иҡтисади үҫеш күҙаллана. Өфөлә һыуҙың бер кубомтеры 4 һум 3 тингә, һыу бүлеү 4 һум 74 тингә артҡан, бер кеше өсөн ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары 8 һум 9 тин буласаҡ һәм 1 гккал өсөн йылылыҡ энергияһы артасаҡ. Ул 278 һум 94 тин тәшкил итәсәк. 45 квадрат метрлыҡ фатирҙа йәшәгән гражданин өсөн өҫтәмә хаҡ 600 һум самаһы тәшкил итәсәк. Был иҫәпләүҙәр йылытыу миҙгеленә ҡағыла һәм төп шарт барлыҡ түләүҙәр исемлеге булдырыу.

Светлана Бурдюк, Башҡортостан республикаһының тарифтар буйынса дәүләт комитеты рәйесе

Төбәк буйынса коммуналь түләүҙәргә дөйөм хаҡ артыуы 2 позицияла күҙәтелә. Газдың бер кубометры -96, электр энергияһы бер киловат/сәғәте өсөн түләү 35 тингә арта.

Төрлө муниципалитеттарҙа хаҡтар ресурстар менән тәьмин итеүсегә ҡарап бер аҙ айырыласаҡ. Өфөлә, мәҫәлән, һыу менән тәьмин итеү һәм һыуҙы ағыҙыу хаҡы кубометры дүрт һумдан ашыуға күтәреләсәк. Эҫе һыу менән тәьмин итеүҙең кубометры 23 һумдан ашыуға ҡиммәтләнәсәк

Сығымдарҙы экономияларға мөмкин, тиҙәр торлаҡ хужалары. Тәү сиратта заманса ысулдар ҡулланып, бөтә йортта ла йылы юғалтыуҙы кәметергә мөмкин.

Иҫке ағас тәҙрәләрҙе заманса быяла пакеттарға алмаштырыу мотлаҡ. Беҙҙең йортта улар капиталь ремонт программаһы буйынса алмаштырылды, йылылыҡ юғалтыуҙар һиҙелеп кәмене. Һәр йортта коммуналь хеҙмәттәр өсөн ваҡытында иҫәпләшмәүселәрҙе кәметергә кәрәк.Ундайҙар аҙ булһа йә бөтөнләй булмаһа, улар түләмәгән суммаларҙы бөтәбеҙгә лә бүлергә тура килмәйәсәк

Татьяна Качанова, Өфө ҡалаһы Мөбәрәков урамындағы 112/2 йорт советы рәйесе

Күптәр өсөн коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүгә сығымдарҙы компенсациялау буйынса социаль ярҙам саралары ҡаралған. Күп балалы ғаиләләр һыу, яҡтылыҡ һәм газ ҡулланыу өсөн 30 процент компенсация алыуға иҫәп тота ала. 4 һәм унан да күберәк бала булған осраҡта компенсация торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә тотонолған бөтә сығымдарҙан сығып иҫәпләнә.

Бындай льготаларға хәрби хәрәкәттәр ветерандары, уларҙың ғаиләләре, инвалидтар, һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары иҫәп тота ала.

Ленинград блокадаһында һәм ҡамауҙа ҡалған Севастополь халҡы, Чернобыль халҡы, уларҙың тол ҡатындары, Семипалатинск полигонында радиациянан зыян күргәндәр һәм ауыл мәктәптәре хеҙмәткәрҙәре коммуналь түләүҙәргә компенсация алыу хоҡуғына эйә. Шуныһы мөһим, коммуналь хеҙмәттәр уларҙы ҡулланыу нормативтарынан артыҡ компенсацияланмай.

Олеся Ниматова, Республика халыҡҡа социаль ярҙам үҙәгенең йәмәғәтселек менән бәйләнеш буйынса белгесе

Хаҡды ялдағы 70-тән алып 79 йәшкә тиклемге милекселәрҙең капиталь ремонт өсөн иғәнәләренең 50 проценты компенсациялана. Тағы ла өлкәнерәктәргә 100 процент компенсация түләү ҡаралған. Бынан тыш, коммуналь сығымдарға ғаилә бюджетының шаҡтай өлөшө китһә, дәүләт ярҙамын алырға мөмкин. Бындай сара түбән килемле граждандарҙы яҡлай. Ғаризаларҙы күп функциялы үҙәк, дәүләт хеҙмәттәре порталы һәм социаль яҡлау бүлеге аша яҙырға мөмкин. Бының өсөн паспорт һәм льготаға хоҡуҡты раҫлаусы документ, ғаилә составы һәм торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү квиатанцияһы тураһында белешмә кәрәк.

Гүзәл Борханова