Унда башҡорт милли баш кейеме һәм уның үҙенсәлектәре тураһында бай мәғлүмәт тупланған. Баш кейеменең төрҙәре һәм уны биҙәү ҡағиҙәләре бирелгән. Баҫма сағыу фотоһүрәттәр һәм ентекле һыҙмалар менән байытылған. Түбәтәй тураһындағы әсбап әлегә республикала берҙән-бер баҫма һанала. Тиражы 100 дана менән сыҡҡан китап башҡорт теле һәм мәҙәниәте йүнәлешендә белем биргән уҡыу йорттарына, музейҙарға, милли кейем етештереүсе оҫталарға бушлай таратыласаҡ.
Китап «Мәҙәни башланғыстар» Президент фонды гранты ярҙамында донъя күргән. Проект авторҙары субсидия аҡсаһына республика район-ҡалаларында түбәтәй күргәҙмәләре, баш кейемен тегеү буйынса оҫталыҡ дәрестәре ойошторған. Һуңғыларында 40-тан ашыу кеше ҡатнашҡан. Киләсәктә авторҙар түбәтәй етештереү буйынса видео форматында оҫталыҡ дәресе сығармаҡсы