“Башнефть” компанияһы яғыулыҡҡа хаҡ арттырған. Бензин һәм дизель был юлы 40 тингә ҡиммәтләнде. Мәҫәлән, бөгөн 95-се марка бензин литры 54 һум 80 тингә һатыла. Шул уҡ ваҡытта 100-се марка бензин 20 тингә арзанайған. Быға тиклем 29 майҙа, 4 һәм 11 июндә яғыулыҡҡа хаҡ 20 тингә күтәрелгәйне.