Салауат ҡалаһына илткән юл милли проект буйынса ремонтлана

Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан белдереүҙәренсә, быйыл бер километр оҙонлоҡта арауыҡ тәртипкә килтерелә. Яңы асфальт түшәлә, юл сите нығытыла, билдәләр төшөрөлә. Ремонт август аҙағынаса тамамланырға тейеш. “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты буйынса ҡалала 4 урам төҙөкләндерелә.