Башҡортостанда турист маршруттарынан сүп-сар сығарыу өсөн юлдар һалына

Республика Хөкүмәтендә ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары менән эш итеү мәсьәләһе ҡаралды. Әле туристик йүнәлештәр, шул иҫәптән һалағыш маршруттарында, 145 контейнер майҙансығы, 400-гә яҡын сүп һауыты һәм 3 бункер ҡуйылған. Кемпинг, глемпинг, тәбиғәт парктары һәм ҡурсалыҡтарҙан сүп-сар сығарыу даими ойошторолған. Әммә ҡайһы бер райондарҙа ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары контейнерҙарына юл юҡ. Ултырышта был мәсьәләне хәл итеү бурысы ҡуйылды.