Былтыр Башҡортостанда 195 хеҙмәткәр «Ауыл табибы» һәм «Бәләкәй медицина ойошмалары өсөн табиптар» программаларында ҡатнашҡан. Был хаҡта Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә хәбәр итте.
Төбәк башлығы программа буйынса Симферополдән Ҡалтасы районына эшкә күскән Астапенковтарҙы миҫалға килтерҙе. Йәш ғаилә үҙәк дауаханала участка терапевтары булып эшләй. Радий Хәбиров билдәләүенсә, «Бәләкәй медицина ойошмалары өсөн табиптар» программаһы уҙған йылда ауылда медицина ярҙамының сифатын күтәреү маҡсатында ғәмәлгә ашырыла башланы. Уға ярпешлы, 25 меңдән кәмерәк кеше беркетелгән медицина учреждениелары белгестәре өс йыл дауамында йылына 1-шәр миллион һум аҡса ала.