Өфөнөң «Ҡашҡаҙан» мәҙәниәт һәм ял паркында «Ҡорбан хәләл фест» үтте

Йыл һайын ойошторолған ғаилә байрамы күп милләтле һәм конфессиялы республиканы бер майҙанға берләштерҙе.

Ойоштороусылар билдәләүенсә, күркәм сара халыҡтар араһындағы туғандарса мөнәсәбәттәрҙе нығытыуға, рухи-әхлаҡи ҡиммәттәрҙе популярлаштырыуға йүнәлтелгән. Быйылғы программа байрам концерты, балалар анимацияһы һәм төрлө конкурстарҙы үҙ эсенә алды. Көн дауамында хәләл индустрияһының иң яҡшы етештереүселәр тәҡдим иткән хәләл-йәрминкә лә эшләне. Шулай уҡ һәр кем бушлай байрам һыйы - тәмле былауҙан да ауыҙ итте.