Өфөлә Валерий Молтусовтың яңы баҫмаһының исем туйы үтте.

Өфөлә Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәте магазинында тарих фәндәре кандидаты Валерий Молтусовтың яңы баҫмаһының исем туйы үтте. «Өфө. Йөҙҙәрҙәге тарих. Ҡала һәм край идаралығы. XVI быуат аҙағы - XX быуат башы» тип исемләнгән китап баш ҡаланың 450 йыллығы уңайынан донъя күргән. Сара барышында автор Өфө тарихы тураһындағы факттарҙы төрлө ҡулъяҙмаларға таянып эшләүен һөйләне. Яңы мәғлүмәттәр менән байытылған китап баш ҡаланың тарихи иҫтәлекле урындарын тағы ла киңерәк асырға ярҙам итә.