Республикала һауа торошо үҙгәрҙе, әммә эҫе көндәр һаҡлана

Синоптиктар хәбәр итеүенсә, бөгөн урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы, күк күкрәүе көтөлә. Иртәгә, төндә урыны менән, көндөҙ ҡыҫҡа ваҡытлы йәшенле ямғыр, урыны менән ҡойма ямғыр, боҙборсаҡ яуыуы фаразлана. Һауа температураһы төндә 15-20, көндөҙ 23-28, көньяҡ-көнсығыш төбәктәрҙә 33 градусҡа тиклем эҫе күрһәтә.