Республикала һабантуй байрамдары дауам итә

Уҙған ял көндәрендә генә халыҡ байрамы тиҫтәнән ашыу төбәктә билдәләнде. Ауыл хужалығы алдынғыларын тәбрикләү менән бергә, төрлө күңел асыу саралары, конкурстар ойошторолдо. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Һабантуй үҙәгендә вальс. Байрамға килеүселәр тәүге тапҡыр үҙенсәлекле тамаша шаһиты булды. Шарандар ошо рәүешле Ғаилә йылын билдәләне. Халыҡ байрамында йола буйынса баҫыу хеҙмәтсәндәре тәбрикләнде. Тәүҙә майҙан тултырып ауыл хужалығы техникаһы парады үтһә, артабан тармаҡ үҫешенә тос өлөш индереүселәр айырым билдәләнде.

Ошо маҡсатта быйыл республика һабантуйҙарында махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙар иғтибар үҙәгендә ҡалды. Теләгән һәр кем тирмә биләмәһендә маскировка селтәрҙен үрҙе, контракт буйынса хеҙмәт итеүселәр урында уҡ консультация алды.

Ә Ишембайҙа һабантуй төбәктең ауыл биләмәһе вәкилдәренең парады менән иҫтә ҡалды. Район үҫешенә генә түгел, айырым тармаҡты күтәргән хеҙмәт алдынғылары майҙан буйлап үтте. Һуңғы йылдарҙа яулаған ҡаҙаныштары, ауыл биләмәләренең яңылыҡтары телгә алынды.

Башҡортостандың ижади коллективтары Силәбе өлкәһенең төбәк һабантуйында ла ҡатнашты. Өфөнөң «Мираҫ» йыр һәм бейеү ансамбле, Учалы филармонияһы байрамдың төп сәхнәһендә сығыш яһаны. Берәүҙәр ижади коллективтарҙың сағыу сығыштарын ҡарап кинәнһә, икенселәр ат сабышы бәйгеһенә ашыҡты. Урында шулай уҡ тирмәләр аллеяһы ла йәлеп итмәй ҡалманы.

Иглин районында үткән байрамда төбәктең ялан батырҙары менән бергә, келәм батырҙары ла айырым тәбрикләнде. Ҡул көсөн һынап ҡараусыларға тракторҙы урынынан ҡуҙғатыу мөмкинлеге лә бирелде. Йыр-бейеү, йола, ғөрөф-ғәҙәттәр менән үрелеп барған быйылғы Һабантуй Ғаилә йылына арналды. Тап ғаилә институтын нығытыуға һәм уның йәмғиәттәге әһәмиәтен күтәреү бөгөн төп ҡиммәттәрҙең береһе.