Өфө һәм Ташкент араһында сауҙа үҫешә

Башҡортостан һәм Үзбәкстан араһында сауҙа быйыл ғинуар-апрель айҙарында 63 процентҡа артҡан. Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, беҙҙең республиканан Ташкентҡа башлыса минераль продукция, химия сәнәғәте тауарҙары, ағас, аҙыҡ-түлек оҙатылған. Үзбәкстандан беҙгә  кейем-һалым, машина-ҡорамалдар индерелгән.