Халыҡты авария хәлендәге торлаҡтан күсереү буйынса яңы программа раҫланды

Премьер-министр  Андрей  Назаров  белдереүенсә, 2017 йылдың 1 ғинуарына ҡарата авариялы тип танылған торлаҡтан күсереү тамамланды. Бының өсөн 1 миллиард 700 миллион һумдан ашыу аҡса тотонолдо.  Яңы программа  2030 йылға  тилкем  иҫәпләнә.  Уға  38 районда  һәм ҡала  округында  565 күп фатирлы йорт ингән.