Производство ҡеүәттәрен арттырыуға 600 миллион һумлыҡ инвестиция. Өфөлә медицина йүнәлешендәге мебель һәм ҡорамалдар етештергән предприятие яңы производство-склад комплексын сафҡа индерҙе. Объектты асыу тантанаһында Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров та ҡатнашты. Шулай уҡ төбәк етәксеһе баш ҡала биләмәһендә тормошҡа ашырылған тағы ла бер инвестиция проекты менән танышты. Импортты алмаштырыу өлкәһендә уңышлы эшләгән компаниялар тураһында БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина репортажы.
Акушер һәм медицина карауаттары, операция өҫтәлдәре, кушеткалар - предприятиела сит ил аналогтарынан бер ҙә ҡалышмаған мебель етештерелә, ул һаулыҡ һаҡлау өлкәһе өсөн тәғәйенләнгән. Юғары технологиялы станоктарҙа ваҡ полиэтилен гранулалар әҙер продукцияға әйләнә. Полимер ҡойоу цехы - «Медстальконструкция» заводына ҡараған яңы производство майҙансыҡтарының береһе.
12 мең квадрат метр майҙанда ағас һәм пластик материалдарҙан медицина мебеле сығарыу өсөн заманса производство ҡорамалдары ҡуйылған. Төрлө типтағы ярты миллиондан ашыу медицина изделиеһын һаҡлау урыны ла булдырылған. Яңы производство-склад комплексын асыу тантанаһында Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров та ҡатнашты.
Дөйөм инвестициялар күләме 600 миллион һум тәшкил иткән. Проект ярҙамында 100 яңы эш урыны булдырылған, ошо уҡ күләмдә тағы ла хеҙмәткәрҙәр алынасаҡ. Ғөмүмән, киләһе биш йылда производство ҡеүәттәрен арттырыуға ҙур күләмдә финанстар бүленә.
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров «Уралинтех» предприятиеһы эшмәкәрлеге менән дә танышып, цех-лабораторияларын, склад бинаһын ҡараны. Сирек быуат элек нигеҙ һалынған компанияла йылына 2500 тонна онтаҡ буяу етештерелә. Хеҙмәткәрҙәр эш процессы өсөн бөтә шарттар булдырылыуын билдәләй.
Предприятиела онтаҡ буяу етештереү буйынса юғары технологиялы 8 линия булдырылған. Производство ҡеүәттәрен тағы ла 30-40 процентҡа арттырыу, ассортиментты байытыу бурысы ҡуйылған. Ошо маҡсатта компания тарафынан инвестиция проекты ла тормошҡа ашырыла башлаған. Башҡортостандың иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығы ҡарары менән ул өҫтөнлөклөләр иҫәбенә индерелгән
Дөйөм инвестициялар күләме 30 миллион һум тәшкил итәсәк. Өс мең квадрат метр майҙанда яңы проиводство цехы төҙөлөү менән хеҙмәткәрҙәр һаны ла егермегә артып, туҡһанға етәсәк. Радий Хәбиров республика ошолай уҡ уңышлы эшләгән предприятиелар күплеген билдәләне.
Импортты алмаштырыусы продукция һаналған онтаҡ буяуға ихтыяж юғары, сәнәғәт, һаулыҡ һаҡлау, оборона тармаҡтары өсөн киң ҡулланыла. Шуныһы ла иғтибарға лайыҡ, предприятиела етештерелгән материал менән буялған деталдәрҙең береһе Йыһанда ла булып ҡайтҡан. Хеҙмәткәрҙәр был турала оло ғорурлыҡ менән һөйләй.
Гөлназ Хәйбуллина