Бөгөн республика умартасылары менән бергә, лабораторияларҙа ла әүҙем эш алып барыла. Сит ил бал ҡорттарын индермәүгә бәйле, ҡануниәттә махсус саралар ҙа ҡаралған. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Иглин районынан Владимир Кугейко умартасылыҡ менән утыҙ йыллап шөғөлләнә. Атаһынан ҡалған кәсеп. Күңел биреп башҡарған эше тураһында ла ул сәғәттәр буйына һөйләргә әҙер. Умарталыҡта башлыса урындағы тоҡом ҡорттары. Уларҙы һаҡлау һәм яҡлау йәһәтенән дә төрлө яҡлап эштәр алып барыла. Был төр шөғөл менән булышырға теләүселәргә үҙебеҙҙең төбәккә хас бал ҡорттары һайлауҙы талап итә.
Урта рус тоҡомло ҡорттар беҙҙең климат шарттарына яраҡлашҡан. Шуға ла улар ҡышын да бирешмәй. Хатта, ҡар аҫтында ҡалдырырға мөмкин. Әммә, һуңғы йылдарҙа сит төбәктәрҙән килтерелгән бал ҡорто пакеты урындағы генофондҡа йоғонто яһамай ҡалмай.
Башҡортостанда Рәсәй кимәлендә тәүгеләрҙән булып бал ҡорттарына һәм балға молекуляр-генетик экспертиза яһала башлауы ла ошоға бәйлелер. Рәсәйҙең ауыл хужалығы министрлығы тарафынан «Алтын солоҡ» умартасылыҡ продукцияһын һаҡлау һәм үҫтереү буйынса төбәк-ара үҙәккә лаборатория статусы былтыр бирелә. Бындай кимәлдәге тикшеренеүҙәр әлегә тиклем башҡа бер төбәктә лә уҙғарылмаған. Ойошма, шулай уҡ урта рус тоҡомло бал ҡорттарын үрсетеү буйынса тоҡомсолоҡ репродукторы статусын да алғайны. Сирек быуаттан ашыу эшмәкәрлек барышында үҙәктә ҙур ДНК банкы булдырылған, ул даими тулыландырыла килә. Ҡиммәтле мәғлүмәт һәр тоҡом бал ҡорто өсөн эталон идентификаторҙар булдырырға ярҙам итәсәк.
Әйткәндәй, бөгөн умартсылар үҙҙәре үк легаль булмаған бал ҡорттары менән көрәшергә саҡыра. Быға һуңғы йылдарҙа нәҙекәйбилдәрҙең күпләп ҡырылыуы ла сәбәпсе. Ситтән бал ҡорто пакетын индереү Хөкүмәт тарафынан тыйылды. Ҡануниәткә ярашлы, улар республика биләмәһе аша үтергә тейеш түгел. Шунлыҡтан район биләмәләрендә махсус рейд үтә.
Тап ҡануниәткә ярашлы, республика биләмәһендә махсус рейдтарҙың йышаясаҡ. Бигерәк тә, йүкә, ҡара бойҙай, көнбағыш сәскә атҡан осорға тура килеүе ихтимал. Сөнки, тап ошо ваҡытта умартасыларҙың йыш биләмәне алмаштырыуҙары билдәле. Шулай уҡ, урындағы ҡорттарҙың генофондын һаҡлау өсөн умартсыларҙың үҙҙәренән дә төплө иғтибар талап ителә.
Азат Ғәлиуллин