«Башнефть» компанияһының яғыулыҡ ҡойоу станцияларында йәнә хаҡ күтәрелгән

Бөгөндән АИ-95 ATUM - 54 һум 80, АИ-92 - 49 һум 80, АИ-92 ATUM - 50 һум 90 тин тора. Дизель яғыулығы ла 40 тингә ҡиммәтләнгән. Хәҙер уның литры 62 һум 70 тин тора. Уның ҡарауы, АИ-100 маркалы бензин 20 тингә арзанайып, 66 һум 45 тингә тиклем төшкән. Әйткәндәй, «Башнефть» компанияһы май аҙағынан алып хаҡты өсөнсөгә үҙгәртте.