Баймаҡ районы Төркмән мәктәбенә - 100 йыл

Бер быуатлыҡ белем усағына был көндә элекке уҡыусылары, балаларға белем һәм тәрбиә биреүгә бағышлап, хаҡлы ялға сыҡҡан ветеран уҡытыусылар йыйылды.

Төркмән ауылында уҡытыу эштәрен тәү башлап ойоштороп, бәләкәй генә өйҙәргә уҡыусылар туплап, бер нисә йылдан мәктәп төҙөүгә бер быуат ваҡыт уҙып киткән. Бай тарихлы белем усағы, уның үткәне һәм бөгөнгөһө тураһында Әлнисә Алдырханова етәкселегендәге китапта уҡырға мөмкин.

Төркмән мәктәбендә былтыр капиталь ремонт үтте. Ауыл уртаһында урынлашҡан ике ҡатлы ҙур бина белдем усағының 100 йыллығын тулыһынса яңыртылып ҡаршыланы. Юбилей ҡуанҡтарына белем усағы буйлап экскурсия ойошторолдо. Тантаналы сарала күп йылдар үҙ хеҙмәтенә тоғро ҡалып, балаларға белем биргән уҡытыусылар Рәхмәт хаттары, Маҡтау грамоталары менән бүләкләнде.

Төркмән мәктәбе үҙенең сығарылыш уҡыусылары менән лайыҡлы ғорурлана. Улар араһында райондың, ауылдың үҫешенә тос өлөш индергән, илебеҙҙең төрлө төбәктәрендә йәшәп, эшләп йөрөгәндәр ҙә бар. Бөгөн уларҙың барыһын да хәтирәләр, осрашыу шатлығы берләштерҙе.

Раушания Рәхимова