Мәсетле районы башҡорттары ҡоролтайы үтте

Ул VI Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайына әҙерлек сиктәрендә уҙғарылды. Осрашыуҙа оло йыйынға делегаттар һайлау мәсьәләһе ҡаралды, шулай уҡ ойошманың башҡарған эштәренә йомғаҡ яһалды, киләсәккә пландар билдәләнде. Мәсетле районы хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин үҙ сығышында район башҡорттары ҡоролтайы эшмәкәрлегенә ыңғай баһа бирҙе. Шулай ҙа төбәктә хәл итәһе мәьәләләр етерлек. Атап үткәндә, Оло Ыҡтамаҡтағы «Миләш» балалар баҡсаһында башҡорт төркөмөн асыу мәсьләһе күтәрелде. Донъяның виртуоз ҡумыҙсыһы Миңлеғәфүр Зәйнетдинов Башҡорт гимназия-интернатында ҡумыҙ ансамблен ойошторорға вәғәҙә бирҙе. Осрашыу һуңында резолюция ҡабул ителеп, башҡарма комитет ҡарарҙарын урындарҙа тормошҡа ашырыуҙа тырышып эшләгән һәм әүҙемлек күрһәткән милләттәштәребеҙ бүләкләнде.

Бөгөн шулай уҡ Балаҡатай районы башҡорттары ҡоролтайы ла үтте. Өфөнән килгән ҡунаҡтар ойошма алдында торған бурыстарға туҡталды, VI Бөтә донъя башҡорттары съезында хәл ителәсәк мәсьәләләр тураһында һүҙ алып барҙы. Сығыш яһаусылар башҡарылған эштәрҙе район һәм республика матбуғатында даими яҡтыртыу мөмһимлеген билдәлне. Осрашыуҙа ҡатнашыусылар съезда ҡабул ителгән резолюцияны ауыл биләмәләренә, мәғариф, мәҙәниәт ойошмаларына, район матбуғатына һәм китапханаларға еткерергә тәҡдим итте.