Ғафури районында бер көндө ике иман йорто асылды

Йөҙимән һәм Ибраһим ауылдары халҡының мәсет асыу шатлығын беҙҙең ижади төркөм дә уртаҡлашты. Был хаҡта БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова репортажы.

Йөҙимән ауылындағы иман йорто Гөлсирә Дәүләтбаева сығымдарына төҙөлгән. Диндар, эшсән ғаиләгә мәсет төҙөү ниәтен тормошҡа ашырыуҙа ауылдаштары, яҡташтары ла ситтә ҡалмаған. Өмә ойоштороп ярҙам иткән яҡташтарына Йөҙимән ауылы мәсете имам-хатибы ихлас рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.

Уҙған быуатта, Октябрь революцияһына тиклем, ауылда мәсет ағас бинала эшләгән. Иман йортонда Әйүп Ибәтуллин, Фәхрәзый Халиҡов балаларға башланғыс дини белем биргән. Бөгөнгө көндә Йөҙимәндә 351 кеше ғүмер итә. Мәсет асылыу ауылдаштарҙың рухын нығытыр, иманын артырыр тигән теләктә сарала ҡатнашыусылар.

Халыҡты иманға саҡырған аҙан Еҙем буйҙарында ла яңғыраны. Ибраһим ауылы халҡы был көндө 12 йыл буйына түҙемһеҙләнеп көтөп алған. Иман йортон төҙөү тиҫтә йылдан ашыу дауам иткән. Мәсет төҙөү кеүек изге ниәтен Зиннур Төхвәтуллинға яҡташлыҡ көсө менән тормошҡа ашырырға насип булған.

Ибраһимда 326 кеше ғүмер итә. Ауылда ишле ғаиләләр ҙә етәрлек. Үҫеп килеүсе йәш быуынға яңы асылған мәсеттә дин нигеҙҙәре лә өйрәтеләсәк.

Ҡорбан Ғәйетендә мәсет биләмәһендә былау бешерелде. Мул өҫтәлдәр ҡоролдо. Иман йортон төҙөкләндереүгә бәйле артабанғы пландар уртаға һалып килешелде. Иң мөһим бурыстарҙың береһе - ҡышҡа тиклем зәңгәр яғыулыҡ үткәреү, уҡыу залын ремонтлау. Бында үҫеп килгән быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләр өсөн мәҙәни-спорт саралары ла даими уҙғарылып торасаҡ.

Ибраһим ауылы ике өлөштән тора. Мәсет ике ауыл араһында төҙөлгән. Бында балаға исем ҡушыу, никах уҡыу һәм башҡа ислам дине йолалары үтәләсәк тип күҙаллана.

Гүзәл Борханова