Мобилизацияланған хәрбиҙәрҙең сираттағы төркөмө бөгөн махсус операция биләмәһенә юлланды

Йөҙҙән ашыу яугир үҙенең хәрби позицияларына ҡайта. Яҡташтарыбыҙ ҡыҫҡа ваҡытлы отпускта ял итергә, туғандары менән осрашырға, өй эштәрен башҡарырға ла өлгөрә. «Өфө-Арена» боҙ һарайы алдындағы сара тантаналы шарттарҙа үтте. Вице-премьер Ирек Сәғитов, яугирҙар алдында сығыш яһап, уларҙың илдең Юғары баш командующийы ҡуйған хәрби бурыстарҙы лайыҡлы үтәүҙәрен билдәләне. Хәрби хеҙмәткәрҙәр Радий Хәбиров башланғысы менән ойошторлған уңайлы автобустарҙа алыҫ юлға сыҡты. Ошо транспорт саралары Ватан һаҡсыларының сираттағы төркөмөн ялға алып ҡайтасаҡ.