Халыҡ дауалаусылары Ғафури районында йыйыласаҡ. 22 июндә Ташаҫты ауылы эргәһендәге Уҡлығая буйында «Ер ҡото» төбәк-ара этномәҙәни-патриотик фестивале үтәсәк.
Сара милли традицияларҙы һаҡлау һәм үҫтереү, күп милләтле республикабыҙ халыҡтарының туған телен һәм мәҙәниәтен пропагандалау, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан ветерандарға, һәләк булған яугирҙарҙың һәм уларҙың ғаилә ағзаларына социаль-психологик ярҙам күрһәтеү маҡсатынан уҙғарыла.
Байрам ҡунаҡтары өсөн төрлө саралар ойоштороласаҡ. Оҫталыҡ дәрестәрен халыҡ дауалаусылары үткәрә, ҡабул итеүҙе төрлө квалификациялы табиптар алып бара. Ғаилә йылына арналған фестивалдә халыҡ медицинаһы менән шөғөлләнгән, ярҙамға, кәңәшкә мохтаж йәки ошо тема менән ҡыҙыҡһынғандарҙың барыһы ла ҡатнаша ала.